

Йәшәйештә тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти генә күренгән өлкәләрҙең береһе булып тойолһа ла, спорттың тәғәйенләнеше һис ябай түгел: ул халыҡты физкультура менән даими шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош алып барыуға өндәп кенә ҡалмай, уның данын тотош донъя ҡитғаларына таратыуға булышлыҡ итә, тыныс, матур тормош алып барырға өндәй.
Спорт йәшәү нормаһына әйләнергә тейеш. “Демография” милли проекты федераль проекттарының береһе лә тиккә генә “Спорт – йәшәү нормаһы” тип аталмай. Мөмкин тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнә икән, тимәк, халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш та көсәйә һәм һаулыҡ та нығына. Әйткәндәй, Башҡортостанда был ике тармаҡҡа етди иғтибар бүленә. Өҫтәүенә, республиканың Спорт министрлығы республика конкурсын иғлан итте.
Төбәк спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте республикала спортсыларҙың күп булыуы өсөн тырыша. “Ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт менән кинәнеп шөғөлләнһен, маҡсаттарын бойомға ашырһын, тренерҙар тәрбиәләнеүселәрен процесҡа йәлеп итһен һәм һөҙөмтәләр булһын өсөн эшләнә был”, – тип хәбәр итте министр.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, спорт журналистары, шулай уҡ спорт мәктәптәре һәм федерациялар тапшыра ала. Мотлаҡ шарт – юғары ҡаҙаныштар спортында, адаптив спортта, физик культура һәм спорт үҫешендә ҡаҙаныштар.
Күптәр өсөн был башланғыс яңы ҡаҙаныштарға көс-дәрт өҫтәйәсәк. Әйткәндәй, Башҡортостанда спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар һәм физик культураға индергән һиҙелерлек өлөш өсөн республика премияһы булдырылыуы тураһындағы ҡарар республиканың хоҡуҡи интернет-порталында баҫылған. Документта спорт премияһының спортсыларҙың, тренерҙарҙың, белгестәрҙең һәм физик культура, спорт өлкәһендәге ойошмаларҙың һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн булдырылыуы хаҡында әйтелә.
Йәй башында республика Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәләрҙең береһендә республиканың спорт министры Руслан Хәбибовтың билдәләүенсә, лауреаттарҙы асыҡлау өсөн адаптив спортта, профессиональ спортта, физик культура һәм спорт үҫешендә, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауҙа айырыуса ҡаҙаныштар булырға тейеш. Биш номинация билдәләнгән. Һәр береһендә – берәр, тағы муниципаль райондар һәм ҡала округтары, физкультура-спорт ойошмалары (спорт мәктәптәре, спорт федерациялары) өсөн ике номинация булдырылған. Улар түбәндәге күләмдә аҡсалата премия һәм дипломдар менән бүләкләнәсәктәр:
l “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль район һәм ҡала округы” – икешәр миллион һум;
l “Башҡортостан Республикаһының спорт өмөтө” – спорт мәктәбенә һәм адаптив спорт ойошмаһына – 1,5 миллион һум;
l “Спорт йәмәғәт ойошмаһы” (төбәк спорт федерацияһы) – 1,5 миллион һум.
Айырым кешеләр өсөн түбәндәге премиялар ҡаралған:
l “Башҡортостан Республикаһының спорт ғорурлығы” – 200-әр мең һум;
l “Еңеп сығыу” (адаптив спорт үҫеше өсөн индергән өлөш): йыл спортсыһы һәм тренеры – 250-шәр мең һум;
l “Бөтәһе өсөн дә спорт”: йәшәү, эш урыны буйынса физкультура-спорт эшен ойоштороусы” – 200 мең һум;
l “Спорт еңеүҙәре йылъяҙмаһы”: йыл журналисы – 200 мең һум.
Айһылыу НИЗАМОВА

