

Башҡортостанда республиканың фехтование буйынса беренсе Олимпия уйындары чемпионы Әнүәр Ибраһимовтың ғүмере өҙөлдө. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығы хәбәр итте.
58-се йәше менән барған Әнүәр Ибраһимов 1988 йылда Сеулда үткәрелгән Олимпиадала чемпион титулын яулаған. Ул рапирала фехтование буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡан. Әнүәр Ибраһимов СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, СССР-ҙың халыҡ-ара класслы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры ине. 2004 йылда уның тәрбиәләнеүселәре Реналь Ғәниев менән Руслан Нәсибуллин Афинала үткәрелгән олимпия уйындарында бронза миҙал яулағайны.
Беҙ уның яҡындарының, туғандарының, тәрбиәләнеүселәренең, спортсыларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: БР Спорт министрлығы