

1 октябрҙә Өфөлә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә спорт көрәше буйынса республика турниры үткәрелә. Шулай уҡ унда Рәсәй кубогына һайлап алыу ҙа ойошторола.
Ярыштарҙа 2012-2013 , 2010-2011 йылғы малайҙар һәм ҡыҙҙар, 2008-2009, 2006-2007 йылғы үҫмер егеттәр һәм ҡыҙҙар, 2003 йылғы һәм унан да өлкәнерәк ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
Был сараның маҡсаты йәштәр араһында панкратионды популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ спорт оҫталығын күтәреү, һаулыҡты нығытыу һәм республикабыҙ муниципалитеттары спортсылары араһында дуҫлыҡ ептәрен көсәйтеүгә маҡсатланған. Ошо спорт төрөндә шөғөлләнеүсе иң көслөләрҙе йыйған ярыш бик сәмле булмаҡсы.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостандың Спорт министрлығы.