

Өфөлә конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй ярыштары үтәсәк. Сара юниорҙар араһында ла ойошторола.
Турнирҙы асыу тантанаһы 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнөндә Спорт һарайында үтә. Спортсыларҙы боҙҙа фигуралы шыуыуҙың титуллы вәкилдәре – Олимпия уйындары чемпиондары Алина Заһитова, Камила Вәлиева, Виктория Синицина һәм башҡалар сәләмләйәсәк.
Фигуристарҙың сығыштарын 10 – 14 октябрҙә ҡарарға мөмкин. Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттар ҡатнаша. Программала яңғыҙ һәм парлы шыуыу, шулай уҡ боҙҙа бейеүҙәр ҡаралған.
Сара тураһында тулыраҡ https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-09-29/v-ufu-na-sorevnovaniya-po-figurnomu-kataniyu-na-konkah-priedut-alina-zagitova-i-kamila-valieva-3459507 сайтында бирелгән.
Фото: bashinform.ru