Спорт һәм туризм
3 Октябрь 2023, 07:00

Ҡурҡмайынса упҡын өҫтөнән үткән

Ул бындай трюктарҙы Төркиәлә һәм Кипрҙа башҡарған булған.

Ҡурҡмайынса упҡын өҫтөнән үткәнҠурҡмайынса упҡын өҫтөнән үткән
Ҡурҡмайынса упҡын өҫтөнән үткән

Үткән ял көндәрендә Өфөнән Сергей Шилов Айғыр ҡаялары аша һуҙылған арҡандан йөрөгән. Экстремал был трюкты ерҙән 70 метр бейеклектә страховка ярҙамында башҡарған. Арҡандың оҙонлоғо — 80 метр. Үҙенең әйтеүенсә, ул был юлды тәүгә генә үтмәй.

Сергей Шилов слэклайн менән ете йыл шөғөлләнә. Ул бындай трюктарҙы үҙебеҙҙә генә түгел, ә Рәсәйҙең башҡа билдәле урындарында, Төркиәлә һәм Кипрҙа башҡарғаны булған.

Айғыр ҡаяһына ял итергә барыусылар Сергей Шиловты ҡыҙыҡһынып та, бер аҙ борсолоп та күҙәткән.

Видео: "Башкирия Online" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас