Спорт һәм туризм
10 Октябрь 2023, 06:29

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Сәләмәт тормошҡа ынтылыш бала саҡтан тәрбиәләнә.

Нәсих Хәлисов коллажы.Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.
Руслан ХӘЙЕРТДИНОВ, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе: – Ҡырмыҫҡалы райо­нында 177 спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ике саңғы трассаһы, 17 хоккей ҡабы һәм башҡалар бар. Уларҙың байтағы һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килде һәм яңыртылды. Йыл һайын районда балалар, йәштәр һәм оло йәштәгеләр өсөн 200-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелә.

Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, ниндәй генә осор булмаһын, һәр заман өсөн көнүҙәк һәм мөһим төшөнсәләр бар. Уларҙың береһе – халыҡ һаулығы. Был йәһәттән физкультураның һәм спорттың йоғонтоһо бик ҙур: улар һәммәһен дә сәләмәт тормошҡа ылыҡтыра, кешене сыныҡтыра һәм хеҙмәткә дәртләндерә. Өҫтәүенә спорт айырым төбәктең данын да барлыҡ ҡитғаларға тарата. Төрлө халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яулаған спортсылар бына ошондай ҙур ҡеүәткә эйә.

 

Шарттар бар, ынтылыш ҡына булһын

 

Спорт йәшәү нормаһына әйләнергә тейеш. “Демография” милли проекты федераль проекттарының береһе тиккә генә “Спорт – йәшәү нормаһы” тип аталмай. Мөмкин тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнә икән, тимәк, халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш та көсәйә, һөҙөмтәлә кешеләрҙең һаулығы ла нығына. Ә Башҡортостанда был ике тармаҡҡа етди иғтибар бүленә.

Республика ҡалаларында ғына түгел, ауыл ерендәге мәктәптәрҙә лә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу – Башҡортостан етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәренең береһе. Һуңғы йыл­дарҙа мәктәп­тәрҙә балаларҙы физкультура менән спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар ойошторола, спорт объекттары үҙгәртеп ҡорола, яңылары бар­лыҡҡа килә. Быйыл да белем усаҡта­рында киләсәк быуын вәкилдәре физкультура һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн матди-техник база яңыртыла. Был маҡсатта федераль бюджеттан 25 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. 43 мәктәптә спорт залдары кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар менән йыһазланды­рыла. “Башҡортостан Рес­пуб­ликаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарар проектын тормошҡа ашырыу дәрестәрҙән тыш ваҡытта балаларҙың белем биреү ойошмаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнгән уҡыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итә.

Халҡын хәстәрләгән илдең киләсәге бар

 

Башҡортостанда йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу спорт ҡо­ролмаһы бар һәм төбәктә спорттың 120 төрө үҫешә. Республикабыҙҙа йыл һайын 15 меңдән ашыу спорт һәм физик культура сараһы ойошторола.

Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр спортына ла ҙур иғтибар бүленә. Республикала барлығы 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, адаптив физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 27 проценттан ашҡан. Беҙҙә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сик­ләнгәндәр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә Паралимпия һәм Сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре тотош республика буйынса асылды.

Йылдан-йыл төрлө спорт ҡоролма­ларының сынъяһау итеп үҙгәртелеүе йәки төҙөлөүе, парктарҙың физкультура менән иркенләп шөғөлләнеү өсөн уңайлы итеп ҡоролоуы һәм башҡа ошо юҫыҡтағы ғәмәлдәр сәләмәт тормош алып барыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай. Һуңғы йылдарҙа ғына Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге, Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәктәре, ябыҡ футбол манежы асылды. Өфөләге Инорс биҫтә­һендә Ишкәкле слалом үҙәге һәм канал төҙөлөшө дауам итә. Ҡоролмалар Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә хасил буласаҡ. Объекттың тәүге сиратын төҙөүҙе 2023 йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Комплекста старт һәм финиш өсөн бассейндар, 250 метр оҙонлоғондағы, 1,75 метр тәрәнлегендәге ярыштар һәм күнекмәләр каналы барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк үҙе тотош Рәсәйҙән спортсыларҙы ҡабул итерлек заманса стандарттар буйынса йыһаз­лан­дырыласаҡ. Һөҙөмтәлә төрлө кимәл­дәге ярыштар үткәреләсәк. Бынан тыш, Өфөләге Көрәш  һарайы ла баш ҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе буласаҡ. Фехтование үҙәгенең асылыуын да спорт һөйөүселәр түҙемһеҙләнеп көтә.

 

Ҙур спортҡа юл бәләкәй залдарҙан башлана

 

Республикала спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына ярҙам саралары күрһәтелә. Йыл һайын спорт­сыларыбыҙ Башҡортостандың юғары спорт абруйын раҫлай. Былтыр ғына 19 спортсыға “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” тигән исем бирелде, 128 спортсы – “Рәсәйҙең спорт мастеры”, ике спортсы “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” исеменә лайыҡ булды.

Арҙаҡлы спортсылар – үҫеп килгән быуын вәкилдәре өсөн асыҡ миҫал. Төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Мәҫәлән, былтыр юғары спорт һөҙөмтәһен күрһәткән 18 йәшкә тиклемге 222 спортсыға спорт стипендияһы бирелгәйне. Быйыл 231 спортсыға стипендия тәғәйенләнгән, түләүҙәр өсөн 34,4 миллион һум бүленгән.

Республика спортсыларының Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия хәрәкәттәрендә ҡатнашыу тарихында тренерҙарыбыҙ 80-гә яҡын чемпионды һәм призлы урын яулаған спортсы әҙерләгән. Тренерҙар составын һаҡлап ҡалыу мөһим, сөнки тап уларҙың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә генә спортсылар уңышҡа өлгәшә ала. Тап шуның өсөн беҙҙә остаздарға барлыҡ кимәлдә ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы формалаштырыла.

Был йәһәттән Башҡортостан – Рә­сәйҙең 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырылған беренсе төбәге. Ул республика райондарына белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был проект нигеҙендә 104 тренерға 600-әр мең һум аҡса тапшырылды. Хәҙер был тәжрибә Рәсәйҙең 24 төбәгендә ҡулланыла. 2023 йылдан түләүҙәр бер миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына өлгәшелгән һөҙөмтәләре өсөн матди дәртләндереү ҡаралған.

Ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт менән кинәнеп шөғөлләнһен, маҡсаттарын бойомға ашырһын, тренерҙар тәрбиә­ләнеүселәрен процесҡа йәлеп итһен һәм һөҙөмтәләр булһын өсөн үҙенсәлекле конкурс та булдырылды. Унда ҡатнашыу һәм премияға лайыҡ булыу өсөн ғаризаны спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, спорт журналистары, шулай уҡ спорт мәктәптә­ре һәм федерациялар тапшыра ала.

Биш номинация билдәләнгән. Һәр береһендә – берәр, тағы муниципаль райондар һәм ҡала округтары, физкультура-спорт ойошмалары (спорт мәктәп­тәре, спорт федерациялары) өсөн ике номинация булдырылған.

 

Бер быуатлыҡ тарихы

 

Әйткәндәй, быйыл Башҡортостандың Спорт министрлығына – 100 йыл. Ведомствоның бер быуатлыҡ тарихы 1923 йылдың 17 июлендә башлана. Тап ошо көндә Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы тарафынан Физик культура һәм спорт юғары советы барлыҡҡа килә. Ойошманың беренсе етәксеһе Бәләбәйҙә тыуып үҫкән, өс һуғышта ҡатнашҡан 24 йәшлек Али Тереғолов була.

Бер быуат эсендә Башҡортостанда бихисап спортсы әҙерләнгән. Уларҙың күбеһенең исем-шәрифе донъя спорт йылъяҙмаһына индерелгән. Төрлө спорт төрҙәре буйынса меңдәрсә миҙал яуланған, байтаҡ призлы урын алынған.

Бөгөн дә физик культура һәм спорт – илдең киләсәген билдәләгән майҙансыҡ­тарҙың береһе. Ә Башҡортостан иһә спорт яратҡан төбәк. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең сәләмәт тормошҡа ынтылышы ҙур, тимәк, төбәктең киләсәге лә бар. Һөҙөмтәлә быуын сылбырҙары өҙөлмәҫ, тигән ышаныс ҙур.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас