Спорт һәм туризм
15 Октябрь 2023, 17:00

Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә

Бына өс йыл инде республикабыҙҙа пенсионерҙарға бушлай сәйәхәттәргә йөрөү мөмкинлеге булдырылған. Һеҙ был хаҡта беләһегеҙме? Ә бына Яңауыл пенсионерҙары белә һәм даими ҡуллана. 

Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итәХаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә

Бына өс йыл инде Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланғыс алған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты уңышлы дауам итә. Яңауыл пенсионерҙары ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай республика буйынса социаль турҙарға сыға. Ошо ваҡыт эсендә хаҡлы ялдағы 473 кеше 14 турҙа ҡатнашҡан. Һәр сәфәр үҙенсә мауыҡтырғыс, тәьҫораттарға бай, тип яҙа “Яңауыл таңдары”.  

Социаль турҙарҙа ҡатнашыу өсөн  тәүҙә “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” сайтында ("Башкирское долголетие. Туризм" тип яҙһағыҙ, шунда уҡ килеп сыға) теркәлергә кәрәклеген яңауылдар яҡшы белә. Октябрь башында сираттағы төркөм Өфөгә сәйәхәткә барып ҡайтҡан. Туристар баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап ике ҡатлы автобуста сәйәхәт иткән, Милли музейҙа булған, Өфө лимонарийы менән танышҡан.

Оло йәштәгеләрҙе сәфәрҙә оҙатып йөрөгән  район хакимиәтенең баш белгесе Марина Соснина билдәләүенсә, туристар баш ҡала менән танышыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалған. Сәйәхәттә ҡатнашыусы Альбина Әүхәҙиева файҙалы проект өсөн Башҡортостан Башлығына һәм турҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдергән: “Экскурсоводтар Эльвира һәм Татьянаға рәхмәтлебеҙ, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уларҙы тыңланыҡ. Автобус водителдәре шау-гөр килеп торған ҡалала беҙҙе тыныс, яҡшы итеп йөрөттө, хәүефләнмәнек тә. Тыуған республикабыҙҙа ниндәй матур иҫтәлектәргә бай урындар бар икән! Программа артабан да эшләһен ине!”

 Альбина Әүхәҙиева фотолары.

 

Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас