

11 октябрҙән баш ҡаланың Спорт һарайында конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй “Ростелеком Рәсәйҙең Гран-приһы – Ҡурай иле” тип исемләнгән сара, тағы юниорҙар араһында Бөтә Рәсәй “Ҡурай иле” ярыштары бара.
Ярыштарҙың беренсе этабы тамамланды. Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы генераль президенты Александр Коган һәм Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Артем Новиков призлы урын яулағандарҙы ҡотланы. Ир-егеттәр араһында беренсе урынды – Евгений Семенко, икенсене – Роман Савосин һәм өсөнсөнө Андрей Мозалев яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынға - Аделия Петросян, икенсегә - Анна Фролова, өсөнсөгә Елизавета Куликова сыҡты. Парҙар араһында иң яҡшыһы тип Елизавета Хоҙайбирҙиева менән Егор Базин тип танылды. Икенсе урынды – Ирина Хавронина менән Девид Нарижный, өсөнсөнө Софья Леонтьева менән Даниил Горелкин яуланы.
Фото: БР Спорт министрлығы.