

3 ноябрҙән 12-һенә тиклем Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтә.
Ул Р.Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге майҙансығында үтәсәк. Асыу тантанаһы - 4 ноябрҙә, йомғаҡлау ярышы һәм бүләкләү 11 ноябргә планлаштырылған. Илдең 49 төбәгенән 12 ауырлыҡ категорияһында 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә.
Андрей Назаров билдәләүенсә, бокс республика өсөн төп спорт төрө булып тора. Системалы рәүештә уның менән 9 мең кеше шөғөлләнә, һөнәри рәүештә - 4 мең спортсы. 13 спортсы Рәсәй йыйылма команда составына индерелгән.
- Республикала был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу арта бара. 2017 - 2022 йылдарҙа беҙҙең тренерҙар Рәсәй спорт мастерлығына 400 кандидат, 23 Рәсәй спорт мастеры, шулай уҡ 2 халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры әҙерләне. Бокс буйынса йыл һайын ҙур ярыштар үткәрелә. Бер йыл элек бокс буйынса Рәсәй чемпионкаһы Башҡортостандан Азалия Әминева (Башҡортостан тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ) булды. Беҙ шундай кимәлдәге ярышты Өфөлә үткәрә алыуыбыҙға әҙер икәнлегебеҙҙе аңланыҡ һәм инициатива менән сығыш яһаныҡ, уны хупланылар, - тине Премьер-министр.
Рәсәй Бокс федерацияһы хакимиәте етәксеһе Наталья Фалько әҙерлек план буйынса бара, республика Федерация менән берлектә спортсыларға ярыш өсөн дә, йәшәү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған, тине.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Н. Валуев исемендәге олимпия резервы мәктәбе.
Фото: Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте.
https://resbash.ru/news/sport/2023-10-18/ufa-primet-chempionat-rossii-po-zhenskomu-boksu-3483334