Спорт һәм туризм
5 Ноябрь 2023, 04:00

88 йәшлек олатай ГТО нормаларын тапшырған

Салауат ҡалаһында йәшәгән ир уҙаманы һаулығына зарланмай.

88 йәшлек олатай ГТО нормаларын тапшырған88 йәшлек олатай ГТО нормаларын тапшырған
88 йәшлек олатай ГТО нормаларын тапшырған

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ГТО нормаларын тапшырған 60 йәштән олораҡтарға “Салауат” спорт мәктәбендә шөғөлләнеүгә, “Алмаз” спорт мәктәбендә бассейн һәм тренажерҙар залына йөрөүгә сертификат тапшырыла.

Иван Иванов бала саҡтан спорт менән әүҙем шөғөлләнә, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып бара: бассейнға йөрөй. “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - тип ҡабатларға ярата ул.

Республикала күптән түгел дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт тармағында эшләүселәр араһында ГТО нормаларын тапшырыу буйынса Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале үтте. Сарала 49 район хакимиәте һәм республканың 24 башҡарма власть органы һәм дәүләт учреждениеһы вәкиле ҡатнашты.

 

Фотолар Салауат ҡалаһы хакимиәтенән алынды.

88 йәшлек олатай ГТО нормаларын тапшырған
88 йәшлек олатай ГТО нормаларын тапшырған
88 йәшлек олатай ГТО нормаларын тапшырған
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас