Спорт һәм туризм
6 Ноябрь 2023, 15:00

Беҙҙең егет – йәнә донъя чемпионы!

Быйыл - Италияла, былтыр Төркиәлә алтын миҙал яуланы!

Беҙҙең егет – йәнә донъя чемпионы!Беҙҙең егет – йәнә донъя чемпионы!
Беҙҙең егет – йәнә донъя чемпионы!

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн бары теләк кенә булһын. Ә инде маҡсат, тырышлыҡ, сәмселлек, даимилыҡ, фиҙакәрлек бар икән, еңеүҙәр ҙә яулап була! Быны Ғафури районының Ҡауарҙы ауылы егете Илсур Исхаҡов йәнә иҫбатланы. Ул шахбокс буйынса донъя чемпионы тип танылды. Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан башҡорт егете 26 октябрҙән 3 ноябргә тиклем Италияла ойошторолған ярыштарҙа һынатманы. Сарала 50-нән ашыу илдән вәкилдәр үҙ көсөн һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә Ғафури районы егете Илсур алтын миҙал хужаһы булды. Шулай итеп, ул үҙ ауырлыҡ үлсәмендә икенсе тапҡыр донъя чемпионы тип танылды. Былтыр ошондай уҡ ҡаҙаныштарға Төркиәлә лайыҡ булғайны!

Әйткәндәй, шахбокс – бик үҙенсәлекле спорт төрө. Уның хаҡында әлегә күптәр хәбәрҙар түгел, шулай ҙа киң популярлыҡ яулай бара.

Ябай ауылы егете, 25 йәшлек Илсур Исхаҡов үҙ миҫалында ябай булмаған был спорт төрөндә лә ҡаҙаныштарға өлгәшеп булыу мөмкинлеген раҫланы.

Чемпионды атаһы – Ҡауарҙы урта мәктәбе тренеры Сабир Исхаҡов тәрбиәләгән. Тап ул улына бала саҡтан уҡ спортҡа һөйөү уятҡан.

Ете йәшендә шахмат уйнай башлаған Илсур бокс менән Башҡорт дәүләт университетында беренсе курста белем алғанда ныҡлап ҡыҙыҡһына башлаған. Инженер факультетын уңышлы тамамлағандан һуң, егет әрме сафында хеҙмәт бурысын үтәгән. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас иһә шахбокс менән мауығыуын дауам иткән, хатта бер йылдан һуң Рәсәй чемпионы тип танылған, Рәсәй Шахбокс федерацияһы кубогын яулаған. Хәҙер инде Ҡауарҙы егете – донъя чемпионы!

Ябай ауыл егете тыуған ауылын, районын Рәсәй генә түгел, тотош донъя кимәлендә данға күмде. Бына был, исмаһам, һоҡланғыс күренеш! Ҡотлайбыҙ, Илсур!

Фотолар: vk.com/gafury

Беҙҙең егет – йәнә донъя чемпионы!
Беҙҙең егет – йәнә донъя чемпионы!
Беҙҙең егет – йәнә донъя чемпионы!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас