Спорт һәм туризм
13 Ноября 2023, 16:20

Өсөнсө тапҡыр үткәрелә

Өфөлә полиция генерал-лейтенанты  Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов  иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры ойошторола.

Өсөнсө тапҡыр үткәреләӨсөнсө тапҡыр үткәрелә
Өсөнсө тапҡыр үткәрелә

18-19 ноябрҙә Өфөләге “Динамо” спорт комплексында полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры ойошторола.

Был турнирҙа Рәсәйҙең 24 төбәгенән 250 спортсы ҡатнаша. Ярыштар үткәрелгән ике көндә 2005-2006 һәм 2004 йылғы егеттәр 10 ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашасаҡ.

18 ноябрҙә 12 сәғәттә ярыштарҙы тантаналы асыу була. 19 ноябрҙә еңеүселәр һәм призлы урындар яулаусылар асыҡлана. Сараға инеү ирекле.

Быйыл турнир өсөнсө тапҡыр ойошторола. 2019 йылда, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхатовтың исеме мәңгеләштерелде. Был проект Башҡортостанда көрәште популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә, физик культура менән спортты, йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән.  

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың телеграм-каналынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас