Спорт һәм туризм
14 Ноябрь 2023, 18:20

Силәбеләге матч нисек тамамланды?

Бөгөн "Салауат Юлаев" хоккей командаһы "Трактор" менән уйнаны.

Силәбеләге матч нисек тамамланды?Силәбеләге матч нисек тамамланды?
Силәбеләге матч нисек тамамланды?

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионаты сиктәрендә Магнитогорскиҙың “Трактор”ы менән осрашты. Матч Силәбелә үткәрелде һәм юлаевсылар файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамланды. “Салауат Юлаев” командаһынан Николай Кулемин, Егор Сучков, Александр Шаров һәм Иван Дроздов – гол хужалары. “Трактор”ҙан Максим Шабанов, Виталий Кравцов һәм Сергей Телегин үҙ иҫәбенә голдар яҙҙы.

Юлаевсылар әлегә 37 мәрәй менән – алтынсы урында. Мәскәүҙә үткәреләсәк киләһе матчта “Спартак” менән уйнаясаҡтар.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас