Спорт һәм туризм
18 Ноябрь 2023, 10:50

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир башланды

Көрәш – мең йыллыҡ тарихы булған спорт төрө.

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир башландыАртур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир башланды
Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир башланды

“Бөгөн “Динамо” спорт комплексында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә  көрәш буйынса Бөтә Рәсәй  турнирына старт бирелде.

Турнир быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Уны үткәреү республика өсөн изге йолаға әйләнде. Бында беҙ иң яҡшы спортсыларҙы тәбрикләп кенә ҡалмайбыҙ, ә күренекле шәхесебеҙҙе лә иҫкә алабыҙ. Артур Фәрүәз улы – ысын патриот нисек йәшәргә һәм эшләргә тейешлегенә сағыу миҫал, ул ватанын, спортты үҫтереү өсөн дә күпте эшләне.

Көрәш – мең йыллыҡ тарихы булған спорт төрө. Һуңғы биш йылда уның икенсе һулышы асылды. 2018 йылдан рәсми спорт ярыштарының һаны ике тапҡырға артҡан. 2018 йылда спорт мастерлығына бер генә кандидат та булмаһа, 2019 йылда был исемде 10-15 спортсы алған. Быйыл улар - 12. Төбәктә дөйөм алғанда 3 мең спортсы көрәш менән шөғөлләнә. Был - республикала спортҡа комплекслы ярҙам итеү һөҙөмтәһе ул.

Көрәштең бөтә төрҙәренә лә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Юбилей йылында заманса спорт комплексын – Көрәш һарайын асырға ниәтләйбеҙ. Унда халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыласаҡ. Грек-рим һәм ирекле көрәш, бокс буйынса халыҡ-ара турнирҙар, Бөтә Рәсәй спорт көрәше, самбо һәм көрәш үткәреү планлаштырылған да инде.

Барлыҡ спортсыларға намыҫлы ярыш, уңыш, ә көйәрмәндәргә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар теләйем”, тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә.

Фото: Андрей Назаровтың “Бәйләнештә” төркөмөнән.

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир башланды
Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир башланды
Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир башланды
Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир башланды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас