

18 ноябрҙә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенең күсмә ултырышын үткәрҙе. Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында үтте.
Ҡатнашыусылар бүлексәнең 2023 йылдағы эшенә яҡынса йомғаҡ яһаны, шулай уҡ республика биләмәһендә ғилми-тикшеренеү һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеген үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен ҡараны.
Эш башында төбәк етәксеһе бүлексә активистарына рәхмәт белдерҙе һәм “Баженов атласы”, “Башҡортостан каникулдары” һәм “Тәмле” мәғлүмәт проекттары арҡылы республиканың туристик тармағын популярлаштырыуға, үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Хөрмәтле коллегалар, төбәктең тәбиғәте, иҫтәлекле урындарыбыҙ, йолаларыбыҙ һәм мөмкинлектәребеҙ тураһында барыһын да ентекле аңлатаһығыҙ. Заманса медиапроекттар ярҙамында беҙ Башҡортостанды бөтә ил ҡунаҡтарына асабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бындай башланғыстарға беҙ артабан да терәк булырға әҙербеҙ.
Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов тармаҡты үҫтереү күрһәткестәре тураһында ентекле һөйләне. Мәҫәлән, 2023 йылдың туғыҙ айында туристар ағымы былтырғыға ҡарағанда 30 процентҡа күберәк һәм 1,8 миллион кешегә еткән.
“Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” һәм “Мәктәп туризмы” республика проекттары сиктәрендә социаль турҙарҙы үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Шул уҡ ваҡытта студенттарҙың туристик сәйәхәттәрен башлау ҙа күҙ уңында тотола. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының студенттар активы менән осрашыуында һүҙ барҙы.
– Беҙ республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары менән берлектә проекттар әҙерләйбеҙ. Студенттар өсөн фәнни, танып-белеү, этнографик, спорт, сәнәғәт туризмы йүнәлештәре буйынса махсуслаштырылған турҙарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен ҡарайбыҙ, – тип хәбәр итте Рөстәм Афзалов.
“Торатау” геопаркы үҙәге генераль директоры Артур Иҙелбаев геопарк биләмәһен үҫтереү перспективалары хаҡында һөйләне, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Юнесконың глобаль геопарктар селтәренә индереүгә дәғүә итә.
Артур Иҙелбаев “Торатау” биләмәһендәге саралар пландары тураһында ла һөйләне. Атап әйткәндә, Ишембай районында Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы һәм Салауат мәмерйәһе янындағы майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү, шулай уҡ был объекттарға инеү юлдарын ремонтлау концепцияһын әҙерләнеләр.
Ҡатнашыусылар шулай уҡ “Янғантау” геопаркы биләмәһендә “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексын төҙөү барышын тикшерҙе. “Янғантау” геопаркында фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге директоры Айрат Ғәлиев аңлатыуынса, төҙөлөш-монтаж эштәре 70 процентҡа башҡарылған. Комплекс сиктәрендә юлдар, күҙәтеү майҙансыҡтары, туҡталҡалар, эскәмйәләр, яҡтыртыу, тамашасылар өсөн амфитеатр, милли герой Салауат Юлаев исеме менән бәйле тематик зоналар ҡаралған.
Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенә рәхмәт белдерҙе һәм шулай уҡ киләһе ултырыштың Өфөлә үтәсәген билдәләне.
Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.