+21 °С
Болотло


Өфөлә үткәрелгән, полиция генерал-лейтенанты А.Ф. Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирында Стәрлебаш көрәшселәре яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Әлим Насиров – беренсе, Дим Ишембәтов өсөнсө урын яуланы. 65 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Ирәндек Собханғолов беренсе урынға лайыҡ булды. Көрәшселәрҙең тренеры – Илдар Моратов.
Фотолар: vk.com/rakhmangulov_rk