

Барыһы ла беренсе тапҡыр була. Бөгөн үткәрелгән Рәсәйҙәге Хоккей көнө лә тәүге тапҡыр 2007 йылда ойошторола. Илдең Хоккей федерацияһы етәксеһе Владислав Третьяк ҡыштың беренсе көнөндә был матур спорт төрө көнөн үткәреү тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итә. Ул ваҡытта Рәсәйҙәге 150-нән күберәк стадионда был көн билдәләнә.
Бөгөн хоккей – күптәрҙең яратып уйнаған уйыны. Көйәрмәндәр ҙә был спорт төрөн шәп тиҙлек, ихтыяр көсө талап иткәне өсөн үҙ итә һәм яратҡан командаһының матчтарҙа еңеүен теләй.
Фото: БР Спорт министрлығы.