Спорт һәм туризм
5 Декабрь 2023, 06:00

Зарина - Рәсәй чемпионы!

Зарина Исламова ҡатын-ҡыҙҙар араһында 54 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеү яулаған.

Зарина - Рәсәй чемпионы!Зарина - Рәсәй чемпионы!
Зарина - Рәсәй чемпионы!

Сибайҙан Зарина Исламова тай боксы буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһе булған. Уның еңеүе тураһында республиканың спорт министрлығынан хәбәр итәләр.

Муай-тай буйынса ярыштар Түбәнге Новгород өлкәһендә үтә. Зарина Исламова ҡатын-ҡыҙҙар араһында 54 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеү яулаған. Ҡыҙ «Ҡара аждаһа»клубында шөғөлләнә.

Шулай уҡ турнирҙа Башҡортостан спортсылары Никита Валетов («көмөш») һәм Леон Арутюнян («бронза») миҙалдар яулаған.

Фото: Сибай ҡалаһы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас