Спорт һәм туризм
9 Декабрь 2023, 11:30

Фестивалде ябыу тантанаһы уҙғарыла

Благовещенда “Спорт калейдоскобы” фестивале үтә, ул йыл дауамында барған күләмле республика спорт акцияһына йомғаҡ яһаясаҡ.

Фестивалде ябыу тантанаһы уҙғарылаФестивалде ябыу тантанаһы уҙғарыла
Фестивалде ябыу тантанаһы уҙғарыла

2023 йыл дауамында Башҡортостандың бөтә ҡалалары һәм райондары республика Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған “Спорт калейдоскобы – Тәүгеләр Республикаһы” грандиоз проектында ҡатнашты. Бер-бер артлы булған ваҡиғалар эстафета принцибы буйынса бара. Проекттың һуңғы ваҡиғаһы – Благовещенда “Спорт калейдоскобы” фестивале, ул төбәктең сағыу спорт ваҡиғалары марафонына йомғаҡ яһаясаҡ.

Благовещенда ҙур спорт байрамы 8 декабрҙә ҡаланың урта профессиональ белем биреү ойошмалары һәм предприятиелары командалары араһында мини-футбол һәм баскетбол буйынса 3х3 турниры менән старт алды. Ә 12 декабрҙә Благовещен спорт мәктәбе һәм 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе паркеттарында 2006 – 2008 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының зона этабы башлана. Турнир хужаларынан тыш, унда Туймазы, Бәләбәй, Дәүләкән, Октябрьский һәм Благовещен ҡалаларынан йәш спортсылар ҡатнаша. Трофейҙар һәм миҙалдар өсөн уйындар икенсе көндө үтә. Уҡыусыларҙы “Өфөлө” баскетбол клубы спортсылары дәртләндерәсәк, улар турнирҙа ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

Шулай уҡ 13 декабрҙә өҫтәл теннисы (2011 йылғы ҡыҙҙар һәм малайҙар), волейбол (2008 – 2009 йылғы ҡыҙҙар) һәм хоккей (2010 – 2012 йылғы егеттәр) буйынса республика турнирҙары үтәсәк. Ярыштар башланыр алдынан ҡатнашыусылар өсөн “Урал” волейбол клубы һәм “Салауат Юлаев” хоккей клубы спортсылары күнекмә үткәрәсәк. Шулай уҡ еңел атлетика (һаңғырауҙар спорты) буйынса Рәсәй чемпионы Илгиз Фәметдинов менән зарядка үтәсәк.

Көн дауамында ҡала предприятиелары эшселәре, Благовещендың мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре, шулай уҡ абруйлы йәштәге кешеләр “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын күпләп тапшырасаҡ. Шулай уҡ сара сиктәрендә “Ҡарт та, йәш тә” скандинав йөрөшө фестивале үтәсәк, унда “Росинка” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә, “Көмөш йәштәге” быуын да ҡатнашасаҡ. Теләге булғандар фиджитал-баскетбол 2х2 турнирында, дрондарҙа һәм уларҙың симуляторҙарында ярыштарҙа үҙен һынап ҡараясаҡ. Благовещендың “Беренселәр ваҡыты” спорт ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтәсәк.

Сараны тамамлап, “Спорт калейдоскобы” фестивален ябыу тантанаһы уҙғарыласаҡ, уның сиктәрендә “Спорт калейдоскобы – Тәүгеләр Республикаһы” проекты еңеүселәрен һәм призерҙарын, шулай уҡ уны ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур өлөш индергән әүҙем кешеләрҙе бүләкләү үткәреләсәк.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, “Спорт калейдоскобы-2023”төң төп маҡсаттары – Башҡортостанда йәштәр һәм өлкәндәр араһында физик культураны һәм спортты популярлаштырыу һәм артабан үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Проекттың рәсми сайты – www.ufasports.ru .

Фото: БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фестивалде ябыу тантанаһы уҙғарыла
Фестивалде ябыу тантанаһы уҙғарыла
Фестивалде ябыу тантанаһы уҙғарыла
Фестивалде ябыу тантанаһы уҙғарыла
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас