Спорт һәм туризм
13 Декабрь 2023, 04:00

“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә

Донъя кимәлендә лә беренселек яуларға яҙһын

“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә
“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә

“Ҡара аждаһа” клубы тәрбиәләнеүсеһе Рәсәй Кубогын яуланы

28 ноябрҙән 3 декабргә тиклем Түбәнге Новгород өлкәһендә муайтай буйынса Рәсәй Кубогы һәм Берләшмә Кубогы бөтә Рәсәй ярыштары үткән.

Турнир Рәсәйҙең 48 төбәгенән 842 ҡатнашыусыны берләштергән.

Яҡташыбыҙ Сибай ҡалаһынан Зарина Исламова 54 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында муайтай буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһе булды.

Ҡыҙ юғары категориялы тренер һәм Сибай күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы Александр Сергеевич Гаврилов етәкселегендә шөғөлләнә.

Зарина Сибай ҡалаһының “Ҡара аждаһа” (“Черный дракон” ) клубы тәрбиәләнеүсеһе. Тай боксы менән ул 13 йәшенән шөғөлләнә башлай, тәүге етди ҡаҙаныштары 16 йәшендә була. Ул Рәсәй беренселегендә, “Берләшмә кубогы” бөтә Рәсәй ярыштарында еңә һәм спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәй.

Спортсы “Ирәндек” лицейында физик культура буйынса уҡытыусы һәм Сибай ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы.

Шулай уҡ, быйыл май айында Зарина муайтай буйынса Рәсәй чемпионатында еңеү яулай, Рәсәй йыйылма командаһы составына инә һәм Бангкок ҡалаһында Таиланд Короллеге донъя чемпионатына һайлап алыу үтә.

Хәҙер Зарина Исламова һәм уның тренеры Александр Сергеевич киләһе миҙгелгә яңы йылда, донъя чемпионатына һайлап алыу ярышы булған муайтай буйынса Рәсәй чемпионатына әҙерләнә.

Уларға уңыштар теләйек!

"Ҡара аждаһа" клубы фотолары. 

“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә
“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә
“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә
“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә
“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә
“Ҡара аждаһа” клубында чемпиондар тәрбиәләнә
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас