

Ғафури районы егете Илнур Кейебаев Екатеринбург ҡалаһында үткәрелгән “Европа – Азия” VIII ҡышҡы ярыммарафонда беренсе урын яулаған. “Ҡышты йүгереүҙә үткәр!” тигән девиз аҫтында үткәрелгән ярыштарҙа 1,5 мең кеше ҡатнашҡан. Был хаҡта Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Тағы шуныһы: трасса бик еңел булмаған, өҫтәүенә боҙлауыҡ булһа ла, көслө ел иҫһә лә, Илнур Ғайса улы беренселекте бер кемгә лә бирмәгән һәм алтын миҙал яулаған. Ул 21,1 километр арауыҡты 1 сәғәт 24 минут 9 секундта үткән.
Фото, сығанаҡ: vk.com/fchingizov