

Өфө ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы капитаны Григорий Панин һәм Континенталь хоккей лигаһы матчтарында ҡатнашыусы, “Толпар”ҙың һөжүм итеүсеһе Сергей Колесников булды.
Спортсылар 35-се мәктәптә “Хоккей дәресе” үткәрҙе. Улар үҙҙәренең нисек уҡыуы һәм спорт менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләне. Спортсылар балаларға был спорт төрө тураһында йәнһүрәт күрһәтте.
Хоккейсылар балаларға бүләк бирҙе, һәр уҡыусы менән фотоға төштө. Иң мөһиме – улар уҡыусыларғға күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр хис-тойғолар бүләк итте.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.