

Ғәҙәттәгесә, Яңы 2024 йыл башын спорт һәм дуҫтарса мөхиттә үткәрергә саҡыралар. 2024 йылдың 3 ғинуарында Учалы районының Ҡотой ауылында ҡышҡы мини-футбол буйынса IV “Олотау турниры-2024” үткәрелә.
Төп приз – төньяҡ боланы. Турнирҙа ҡатнашырға теләгән командалар olotau.ru сайтына ғариза ебәрә һәм инеү иғәнәһен түләй. Әле сарала “Ҡотой-1”, “Ҡотой-2” командалары ҡатнашыу теләген белдергән. Урындар сикле, шуға өлгөрөп ҡалығыҙ, теркәлегеҙ.
Был көндө бер кем дә тәмле төшкө ашһыҙ һәм сәйһеҙ ҡалмаясаҡ. Турнирҙа шулай уҡ бәләкәстәр өсөн тәмле приздар һәм барлыҡ теләүселәр өсөн “лотерея” ойоштороласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәттәр менән “Олотау йыйыны. Любители Кутуевского футбола” берҙәмлегендә танышырға мөмкин.
Фото, сығанаҡ: vk.com/fckutuevo