

“Торатау” конгресс-холында “Туристик индустрия лидерҙары-2023” төбәк премияһы еңеүселәренең исемдәре иғлан ителде. Конкурс Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм Республиканың туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә булдырылған. Йыл һайын конкурста төбәк туроператорҙары, ҡунаҡхана бизнесы, глэмпингтар, шифаханалар вәкилдәре ҡатнаша.
Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов сәләмләп, 2023 йылдың республика өсөн туристик тармаҡты үҫтереү йәһәтенән уңышлы һәм емешле булыуын билдәләне: һеҙһеҙ, йәғни республиканың туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһен үҫтереүселәрһеҙ, беҙ был ҙур эште атҡарып сыға алмаҫ инек. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Башҡортостан туристар араһында танылыу алғандан-ала бара. Быйыл яңы майҙансыҡтар төҙөү, инфраструктураны үҫтереү өсөн мөмкинлек биргән федераль средстволар йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡарылды, – тине ул.
Министр тағы ла, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Башҡортостандың оҙон ғүмерлелеге” проектының әүҙем үҫешеүен һәм ҡыйыу рәүештә төбәк һәм ил сиктәренән сығып китеүен, эске туризмды үҫтереүгә “Мәктәп туризмы” федераль программаһы етди этәргес биреүен, республикала өс йондоҙло отелдәр, яңы туристик маршруттарҙың барлыҡҡа килеүен, эшҡыуарҙарҙың экскурсия автобустары һатып алыуын, инфраструктура һәм төбәк льготалы кредитлауҙың үҫешеүен, Башҡортостан юлдаш телеканалының иҫтәлекле урындар хаҡында төшөргән “Башҡортостан каникулдары” программаһы дөйөм эшкә ҙур өлөш индереүен билдәләне.
Сара аҙағында “Туриндустрия лидерҙары-2023” конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Республика тармағының иң сағыу һәм уңышлы вәкилдәре 20 номинацияла наградалар алды.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.