Бөгөн ҡайғылы хәбәр билдәле булды. Өфөлә Саранск спортсыһы, шорт-трексы Анастасия Середа вафат булған. Был турала Рәсәйҙең Конькиҙа йүгереүселәр союзы хәбәр итте. Ул кисә, 6 ғинуарҙа Өфө дауаханаһында вафат булған. Спортсы бер ай элек грипп менән сирләп киткән. Ул Өфөлә өҙлөгөү менән дауаханаға һалынған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Анастасияны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Әлегә аныҡ диагнозы хәбәр ителмәй, шулай ҙа ауырыуҙың йоғошло сир булыуы билдәле.
Шорт-трек буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Анастасия Середа 2003 йылдың 30 мартында тыуған. Ярыштарҙа Санкт-Петербург һәм Мордовия исеменән сығыш яһаны. 2019 йылда конькиҙа йүгереүсе Рәсәйҙең көслө алты шорт-трексыһы исемлегенә ингән. 2022 йылда эстафета командаһы составында Рәсәй кубогында еңеү яуланы.
Спортсының ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Рәсәй Конькиҙа йүгереүселәр союзы.