+21 °С
Болотло
“Өфө-Арена”ла Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионаты матчы үткәрелде. Юлаевсылар өсөнсө тапҡыр рәттән еңеү яуланы. Сираттағы уйын 5:3 иҫәбе менән тамамланды. Джош Ливо, Матвей Гуськов – икешәр, тағы Егор Сучков – шайба хужалары.
Шулай итеп, “Салауат Юлаев”, 47 матчта 63 мәрәй туплап, Көнсығышы конференцияһы турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында, ә “Барыҫ” – 11-се баҫҡыста.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.