Һуңғы йылдарҙа скандинав йәйәү йөрөшө менән мауығыусылар күбәйҙе. Хатта хәҙер был спорт төрө популярға әйләнде: ауыл-ҡалаларҙа бигерәк тә олораҡ быуын кешеләре скандинав йөрөшө менән ныҡлап шөғөлләнә.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, скандинав йөрөшө борондан килә, ҡулдарына таяҡ тотоп атлаған көтөүсе һәм йәйәүле сәйәхәтселәргә бәйле тип иҫәпләнә. Айырыуса тауҙарҙа, соҡор-саҡырлы ерҙән хәрәкәт иткәндә уңайлы. Бер түгел, ике таяҡ тотоп атлауҙың сәләмәтлек өсөн ныҡ файҙалы икәнлеге асыҡланғас, уҙған быуат аҙағынан бар донъяға киң тарала башлай. Уны “төньяҡ йөрөшө”, “норд йөрөшө”, “фин йөрөшө” тип тә атайҙар. Ә был спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн бер генә нәмә – таяҡтар – таяҡтар кәрәк. Улар саңғыныҡынан ҡыҫҡараҡ һәм һығылмалыраҡ була. Икенсе айырмаһы – махсус формалағы темляк (бармаҡһыҙ бирсәткәне хәтерләтә) ҡуйыла, йәғни һапҡа тағылған элмәк, һәр саҡ ус менән ҡыҫып тотмаҫҡа ирек бирә.
Шуныһы ҡыуаныслы: Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында ла ошо спорт төрөн үҙ итеүселәр байтаҡ. Әйткәндәй, был ауыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша.
- Ауылдаштарыма матур ял теләйем. Киләсәктә төньяҡ йөрөшөн ташламаһындар, киреһенсә, даими шөғөлләнһендәр. Тап шулай итеп кенә ниндәй ҙә булһа һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин, – ти Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова.
Яңы йылда үтәгәндәр тағы күпләп сәләмәт тормош алып барыусылар рәтен тулыландырыр, тигән ышаныстабыҙ. Уларға ҡарап, республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә күпләп сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыр, моғайын.
Фото, сығанаҡ: “Даирә” гәзите.