Был ғаиләнең һәр иртәһе физик күнегеүҙәрҙән башлана, мускулдарҙы эшкә егеү өсөн атай кеше балаларынан зарядка эшләтә. Асыҡ һауалағы гимнастиканы ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың дуҫтары, хатта ғаиләләге бәләкәстәр ҙә ҡалдырмай. Шулай ҙа ғаилә башлығы күнегеүҙәр менән генә сикләнмәй. Уның төп маҡсаты – балаларҙы сәләмәт тормош алып барыуға, спортҡа йәлеп итеү һәм хатта донъя рекордын ҡуйыуға әҙерләү.
Миәкә районының Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылында йәшәгән Зәйнетдиновтарҙың көндәлек тормошонда спорт ҙур урын биләй. Ғаилә башлығы Айгиз Зәйнетдинов – көрәш буйынса донъя чемпионы. Ул– сығышы менән Мәсетле районынан. Уның атаһы Ғәлиулла, ағайҙары, затындағы барлыҡ ир-егет тиерлек көрәште үҙ иткән, бала саҡтан спортҡа ылығып үҫкән.
- Үҙемде белгәндән алып көрәш менән мауыҡтым. Атайыма ҡарап, был спорт төрөнөң барлыҡ нескәлектәрен белеп ҡалырға ынтылдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул юҡ инде, әммә ҡәҙерле кешем өйрәтеп ҡалдырған был спорт төрөнөң нескәлектәрен онотмайым. Киреһенсә, уларҙы йәш быуын вәкилдәренә өйрәтеп ҡалырға тырышам, – ти Айгиз.
Айгиздең атаһы Ғәлиулла Миңләхмәт улы колхозда эшләгән, бер үк ваҡытта ауыр атлетика менән мауыҡҡан. Төбәктә үткәрелгән һабантуйҙарҙа даими ҡатнашҡан һәм йыш ҡына еңеүсе булған. Шуға улының да үҙенең юлын дауам итеүенә һис аптырайһы түгел.
Милли көрәш уның яратҡан спорт төрөнә әүерелә. Мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ ул мәктәп һәм район кимәлендәге ярыштарҙа алдынғы урындарҙы яулай, бер аҙҙан республика кимәлендәге бәйгеләрҙә үҙ көсөн һынай. Дыуан лицей-интернатында, Стәрлетамаҡ физик культура техникумында, Башҡорт дәүләт университетының социология һәм психология факультетында белем алғанда ла, хатта әрме хеҙмәтендә лә милли көрәш менән шөғөлләнеүен ташламай егет.
– Ҡәҙерле атайым һәм туғаныбыҙ Зөлфәр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов – минең тәүге тренерҙарым, остаздарым. Хәҙер инде үҙем дә балаларға көрәш серҙәрен өйрәтәм, – ти спортсы.
Урындағы спорт-һауыҡтырыу мәктәбендә тренер булып эшләгән оҫта, балаларын да сәләмәт тормош яҡлы, көслө рухлы итеп тәрбиәләргә тырыша. Район үҙәгендә лә балалар күнектерә. Төп маҡсаты – үҙе кеүек спортсылар ҡалдырыу.
Ҡатыны Роза Ғәзинур ҡыҙы иһә был йәһәттән иренең ныҡлы терәге. Әйткәндәй, Зәйнетдиновтарҙың ете йәшлек улдары Ислам 500 тапҡыр турникта күтәрелеп әйләнеп донъя рекордын ҡуйҙы. Уның ҡустыһы Имран да турникта 100 тапҡыр әйләнеп үҙ йәше өсөн юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Көслө рухлы, тырыш малай был рекордты ҡуйыу өсөн бер нисә йыл әҙерләнгән. Уның шатлығының сиге юҡ, сөнки әле Рәсәйҙә балалар араһында был һөҙөмтәне бер кем дә ҡабатлай алмаған. Ҡыҙҙары Мәҙинә менән Мәрйәм дә, ағаларына ҡарап, спортсы булмаҡсы.
Күптән түгел Айгиз Зәйнетдинов Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа беренсе урын яуланы, бер аҙҙан Стәрлетамаҡта үткәрелгән “Ҡарҙа көрәш” тигән үҙенсәлекле ярышта ла уға тиңдәр табылманы. Тренеры – Ринат Хәбибуллин.
Айгиз оҫталығын даими арттырыу менән шөғөлләнә. Һәм улдарының үҙе кеүек көслө һәм етеҙ булыуын теләй. Тағы уның өсөн тормошондағы иң төп ҡиммәттәрҙең береһе – күп балалы, татыу һәм сәләмәт тормош алып барған ғаилә.
ҺҮРӘТТӘ: Айгиз Зәйнетдинов улдары менән.
Фото: Айгиз Зәйнетдиновтың шәхси архивынан.