Мәскәүҙәге “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында Башҡортостан спорты аҙналығы тамамланды. “Спорт еңеүҙәрен 100 йыл” экспозицияһын Башҡортостандың Спорт министрлығы ойошторҙо. Күргәҙмәне ҡарарға килеүселәр республиканың Олимпия ҡаҙаныштары, клубтар, командалар, Олимпия һәм Паралимпия чемпиондары менән танышты. Унда шулай уҡ Башҡортостан спортсылары Тамара Танһыҡҡужина, Рима Баталова, Тимур Сафин, Аделина, Заһиҙуллина, Айгөл Иҙрисова һәм башҡалар менән яҡындан таныша алдылар.
Фото: БР Спорт министрлығы.