Спорт һәм туризм
20 Ғинуар 2024, 10:30

Зөлфир дүрт алтын миҙал яуланы!

Был һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән хәтәр шәп егет Рысҡужа ауылынан.

Зөлфир дүрт алтын миҙал яуланы!Зөлфир дүрт алтын миҙал яуланы!
Зөлфир дүрт алтын миҙал яуланы!

Белорет районында Абҙаҡта тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй Кубогының беренсе этабы булды. Ярыштарҙа илдең биш төбәгенән: Башҡортостан, Камчатка крайы, Тамбов һәм Мәскәү өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан спортсылар ҡатнашты.

Әбйәлил районының Рысҡужа ауылы егете Зөлфир Зәйнуллин Башҡортостан командаһы составында сығыш яһаны һәм дүрт алтын миҙалға лайыҡ булды. Ул бөтә төр ярыштарҙа еңеү яуланы:

Супер гигант - 1-се урын.
Комбинация - 1-се урын.
Слалом-гигант - 1-се урын.
Слалом - 1-се урын.

Зөлфир Зәйнуллинды еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Яҡташтарың һинең менән ғорурлана. Афарин!

Фото һәм текст сығанағы: "Осҡон" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас