Спорт һәм туризм
29 Ғинуар 2024, 18:00

Өсөнсө булып сыҡтылар

Бөгөн "Салауат Юлаев" командаһы Владивосток ҡалаһында уйнаны.

Өсөнсө булып сыҡтыларӨсөнсө булып сыҡтылар
Өсөнсө булып сыҡтылар

Владивосток ҡалаһындағы “Фетисов-Арена” стадионында Континенталь хоккей лигаһы регуляр Фонбет чемпионатының “Салауат Юлаев” һәм “Адмирал” командалары араһындағы матч тамамланды. Уйын юлаевсылар файҙаһына 2:1 булды. Һөҙөмтәлә команда плей-офҡа сыҡты. Быға тиклем “Металлург” һәм “Авангард” командалары ошондай уҡ уңышҡа өлгәшкәйне. Юлаевсылар өсөнсө команда булды.

57 матчтан һуң “Салауат Юлаев”, 77 мәрәй туплап, Көнсығыш конференцияһының өсөнсө баҫҡысын биләй. 1 февралдә юлаевсылар Өфөлә “Лада” менән осраша.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас