Спорт һәм туризм
8 Февраль 2024, 07:00

Еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!

Бөрйәндәр ҙур бәйге ойоштора. 

Еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!Еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!
Еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!

Бөрйән районында йыл һайын 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов призына ҡышҡы ат ярыштары үтә.

"Үҙебеҙҙең районға ғына хас үҙенсәлекле был байрам быйыл юбилейын билдәләй - 55-се тапҡыр уҙғарыласаҡ. Күҙәмбәт яланында үтәсәк сарала һыбайлылар өсөн - дүрт һәм саналарҙа өс төрлө ярыш ҡаралған. Бәйгелә еңеүсене бүләккә тай көтә!" - тип уртаҡлашты Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов. 

Шулай уҡ район ойошмалары, ауыл хакимиәттәре араһында күсмә Кубок уйнатыла. "Ағинәйҙәр" клубы сергетыштар, аттарҙы биҙәү буйынса конкурс ойоштора. Иң йәш һәм иң оло ҡатнашыусы билдәләнәсәк.

Шулай уҡ байрам сиктәрендә «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» ла ойошторола. Был сарала ҡатнашыусылар «Ылаҡ», «Ауҙарыш», «Суҡмар ырғытыу», «Арҡан тартыу», «Мәргән уҡсы» ярыштарында көс һынашасаҡтар.

"Биш этаптан торған «Мәргән уҡсы» ярышының абсолют чемпионына ҡолон бүләк ителә. Мауыҡтырғыс куңелле сараға барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!" - тип хәбәр итте район етәксеһе "Бәйләнеш"тә  социаль төркөмөндәге сәхифәһендә. 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/wall151621297_8885

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас