Олимпиадала өс тапҡыр бронза миҙал яулаған яҡташыбыҙ Эдуард Латипов Златоуст ҡалаһында уҙған Көслөләр спартакиадаһында спринтер уҙышында беренсе урын алды.
Биатлонсылар 10 километрға йүгерҙе. Эдуард был дистанцияны 23 минут 42,8 секундта үтте, баҫып атҡан саҡта бер тапҡыр сәпкә теймәне, шулай булһа ла яҡташыбыҙ яҡшы физик әҙерлек күрһәтеп, алтын миҙал яуланы.
Кирилл Бажин – көмөш, Даниил Серохвостов бронза миҙалға лайыҡ булды.
Спартакиадала биатлон туры 10 – 18 февралдә уҙа.
Фото: https://t.me/c/1601276259/14039.