Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Февраль , 20:10

Ә балалар спортты һайлай!

Кәңәшмәлә балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

Ә балалар спортты һайлай!
Ә балалар спортты һайлай!

27 февралдә республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе 3-17 йәштәрҙәге балаларҙың өлөшө федераль кимәлдә ошо өлкәләге төп күрһәткестәрҙең береһе булып тора. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес республикала 87,9 процент тәшкил итә, ә 2030 йылға 90 процентҡа етергә тейеш.

Спорт инфраструктураһын үҫтереү ҙә ошо мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда Башҡортостанда 1 401 спорт объекты төҙөлгән. Был күрһәткес буйынса төбәк илдә икенсе урынды биләй. Сафҡа индерелгән ҙур ҡоролмалар иҫәбендә – Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге, Гимнастика үҙәге, ябыҡ футбол майҙаны, Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы. 2024 йылда Башҡортостан баш ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан асыласаҡ Көрәш һарайын, Фехтование үҙәген, Өфөләге ишкәкле слалом комплексын төҙөү дауам итә.

Мөһим йүнәлеш – муниципаль берәмектәргә ярҙам итеү. Һуңғы биш йылда спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы финанслауға 432,8 миллион һум субсидия йүнәлтелгән. Шул иҫәптән шуның һөҙөмтәһендә ҡала һәм райондарҙың спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса эшләй башлаған “Ауыл тренеры” программаһы спорт мәктәптәрен кадрҙар менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Ул ауылда эшләргә ҡарар иткән тренер-уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостандың программаны тормошҡа ашырыу буйынса уңышлы тәжрибәһен хәҙер Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгендә тараталар. 2024 йылдан алып республикала ошоға оҡшаш “Ҡала тренеры” программаһы старт алды.

2023 йылда тренерҙар педагогик хеҙмәткәр статусын алды, ә спорт мәктәптәренә тренер-уҡытыусы вазифаһы ҡайтанан ҡайтты. Был ҡарар остаздарҙың эш хаҡын арттырырға, уларҙы тейешле социаль гарантиялар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә эшкә өҫтәмә 107 тренер йәлеп ителде. Ә спорт менән шөғөлләнеүсе балалар иҫәбе Башҡортостанда 3 540 кешегә артҡан.

Республиканың дәүләт спорт стипендиялары ла балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә булышлыҡ итә. 2023 йылда уларҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәткән 18 йәшкә тиклемге 234 спортсы алды.

Дәүләт социаль заказы тураһындағы федераль законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың өлкәндәрҙе физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү буйынса тәжрибәһен Рәсәйҙең Спорт министрлығы кимәлендә юғары баһаланылар, тип билдәләне Руслан Хәбибов. Шуның менән бәйле министр спорт өлкәһендә һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә социаль заказ таратырға тәҡдим итте.

Республика Башлығы Хөкүмәткә был мәсьәләне өйрәнергә һәм тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: