Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Февраль , 17:15

Беҙҙә биатлонды яраталар

Ярыштар ваҡыты менән түбәндәге яҙмала танышығыҙ.

Беҙҙә биатлонды яраталар
Беҙҙә биатлонды яраталар

Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең биатлон буйынса кубогына һуңғы, бишенсе этап ярыштары башланды.

Сарала илдең 22 төбәгенән 137 көслө спортсы ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр араһында спринт, эҙәрлекләү һәм шәхси уҙыш буйынса алты ярыш ойошторола.

 – Республикала йәшәүселәрҙең барыһын да был мөһим ваҡиға менән ҡотлайым. Башҡортостанда биатлонды яраталар һәм ҡарайҙар. Спортсыларға уңыштар, ныҡлыҡ һәм үҙҙәренә ышаныуын теләйем, – тип белдерҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Башҡортостан исеменән 17 спортсы сығыш яһай. Улар араһында республика биатлоны “йондоҙ”ҙары Антон Бабиков менән Эдуард Латипов та бар.

- Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһы өсөн мөһим йылда Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә, – тип белдерҙе “Матч ТВ” комментаторы Дмитрий Губерниев.

Ярыштар 2 мартта сәғәт 11-ҙә - ир-егеттәр, 14 сәғәттә  ҡатын-ҡыҙҙар араһында спринт ярыштары ойошторола.

3 мартта сәғәт 11-ҙә - ир-егеттәр, сәғәт 2-лә ҡатын-ҡыҙҙар араһында эҙәрлекләү ярыштары була, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Дмитрий Мөхәмәтҡолов (Рәсәй Биатлонсылар союзы) фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: