Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Февраль , 18:00

Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?

Шунда уҡ балыҡ һурпаһы бешереп, унан ауыҙ иттеләр.

Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?

Февраль аҙағында Ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш ауылында “Йүрүҙән” турист базаһында балыҡ тотоу буйынса ярыштар үтте.

Сарала ҡатнашыусылар бер нисә номинацияла ярышты: “Иң етеҙ бур”, “Иң ҙур балыҡ”, “Иң йәш балыҡсы”, “Иң өлкән балыҡсы”, “Иң күп балыҡ тотоусы” һәм “Иң бәләкәй балыҡ”. Еңеүселәргә бүләктәр һәм маҡтау грамоталары тапшырылды.

Балыҡсылар тәмле балыҡ һурпаһы һәм самауырҙан ҡайнар сәй менән һыйланып, саф һауала көсөргәнешле ярыштарҙан һуң ял итеп, башҡа балыҡсылар менән аралашты.

Артабан күмәк балыҡ тотоу Абыҙ ауылында ла үтте. Уны ойоштороусылар “Абыҙҙарса балыҡ һурпаһы” тип атаны. Ауыл халҡы ваҡытын файҙалы үткәреү, балыҡ тотоу оҫталығын күрһәтеү һәм иң тәмле Абыҙ балыҡ һурпаһын бешереү өсөн йыйылды.

Ярыш һөҙөмтәһе буйынса һәр номинация буйынса еңеүселәр бүләкләнде, сарала ҡатнашыусылар тәмле аш менән һыйланды. Әйткәндәй, Абыҙ ауылы халҡы "Айыҡ ауыл" конкурсында ла ҡатнаша.  

Балыҡ тотоу буйынса ярыштар республиканың башҡа райондарында ла үтте һәм был сара йолаға әйләнеп бара.

Фото: https://vk.com/aidarshaydullin

Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Һеҙҙә ҡышҡыһын балыҡ тоталармы?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: