Бөтә яңылыҡтар

Мине ысын башҡорт тип иҫәпләргә мөмкин!

Дмитрий Губерниев: “Башҡортостан – “Рәсәй” галактикаһындағы иң ҡеүәтле планета".

Мине ысын башҡорт тип иҫәпләргә мөмкин!
Мине ысын башҡорт тип иҫәпләргә мөмкин!

Башҡортостандың баш ҡалаһы быйыл үҙенең 450 йыллығын билдәләй. Ҡаланың юбилейын байрам итеү тантанаһы бер юлы бер нисә майҙансыҡта үтәсәк, уларҙың иң мөһиме – ҡала советы алдындағы майҙан, “Ватан” этнопаркы һәм “Өфө-арена”. Күп ҡунаҡтарҙың килеүе лә көтөлә. Улар араһында – республиканың ҙур дуҫы, билдәле спорт комментаторы Дмитрий Губерниев. Интервьюла ул өфөләргә һәм Башҡортостан халҡына булған мөхәббәте хаҡында һөйләне, төбәктә спортты үҫтереү кимәлен юғары баһаланы.

– Мин Өфөгә лә, тотош Башҡортостанға ла иң йылы хистәр менән ҡарайым. Бында бик күп дуҫтарым бар. Спорт үҫешенә, матур кешеләргә, матур ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланам. Һәр ваҡыт бында үҙ йортома ҡайтҡандай киләм. Шуға күрә мине ысын башҡорт тип иҫәпләргә мөмкин! (йылмая), — тип уртаҡлашты Дмитрий Губерниев.

Мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе, бөгөн баш ҡалабыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы спорт үҙәктәренә инә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Миңә республикала спортты үҫтереү йәһәтенән барған “хәрәкәт” оҡшай. Бында йәшәгән кешеләр – тыуған еренең ҙур алға этәреүселәре. Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһы тип аталған галактикалағы иң ҡеүәтле планета. Бында үҙемде өйҙәге кеүек хис итәм һәм бөтә нәмәнән ҙур рәхәтлек алам. Һеҙ балалар һәм үҫмерҙәр спортына ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Бында барған үҙгәрештәр тураһында һәр саҡ ҙур шатлыҡ менән һөйләйем. Һеҙҙең республиканың бик яҡшы Башлығы бар, спортсы булараҡ ул үҙе спортты ярата һәм үҫеше менән ҡыҙыҡһына”, – тине ул.

Дмитрий Губерниев “Өфө муйынсағы” проектын билдәләне, ул баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн йәлеп итеү урынына әйләнде.

“Өфө муйынсағы” һуҡмағы – бик матур һәм ил буйынса иң яҡшы өлгөләрҙән ҡалышмай. Бында йәйге һәм ҡышҡы спорт өсөн ҙур урын бар. Иң мөһиме, ҡала хакимиәтенә ваҡиғаларҙы иғтибар менән күҙәтергә, юлдарҙы таҙартырға, ҡар яуыуға яуап бирергә, халыҡтың теләктәрен ҡабул итергә, саңғы һәм тау велосипедтары өсөн трассалар әҙерләү менән шөғөлләнергә кәрәк”, — тип иҫәпләй Дмитрий Губерниев.

Комментатор һүҙҙәренсә, Өфө менән Башҡортостандың спорт хәрәкәтен үҫтереүгә төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың идара итеү командаһының, бизнестың һәм вайымһыҙ булмаған энтузиастарҙың хеҙмәттәшлеге булышлыҡ итә.

“Биатлонға бәйләнгәнлектән, республиканың төпкөлөндә үҫтереүселәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтеп барам. Эшҡыуарҙар үҙ аҡсаларына төрлө ярыштар үткәрә, балалар секцияларын тота. Мәҫәлән, минең дуҫым Рузил балалар-үҫмерҙәр спортына һәм ҙур биатлонға ярҙам итә. Дәүләт менән бизнестың спортты үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуы бик яҡшы. Спортҡа ғашиҡ булған кешеләрҙең яҡшы социаль тарих менән шөғөлләнеүе мөһим”, — тип аңлатты ул.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй Кубогының һуңғы этабы ярышы үтә.

 Фото:Валерий Шахов / архив ИА "Башинформ".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: