Бөтә яңылыҡтар

Ике мең тирәһе спортсы ҡатнаша

Ярыштарҙа Урал һәм Волга буйы федераль округтары төбәктәренең йыйылма командалары үҙ көсөн һынай.

Ике мең тирәһе спортсы ҡатнаша
Ике мең тирәһе спортсы ҡатнаша

Бөгөн Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә төбәк-ара хәрби сәнғәт форумы була.

Ярыштарҙа Урал һәм Волга буйы федераль округтары төбәктәренең йыйылма командалары – барлығы ике мең тирәһе спортсы ҡатнаша. Бөгөн ушу, каратэ, грэпплинг, ҡул һуғышы һәм башҡа төр көрәш буйынса ярыштар була. Әйткәндәй, Башҡортостанда “Хәрби сәнғәт марафоны” быйыл февраль башында башланды һәм 10 мартта тамамланасаҡ.

Рәсәй хәрби сәнғәт союзының Башҡортостан буйынса филиалының башҡарма директоры Александр Сосниндың әйтеүенсә, марафон буйынса республика чемпионаттары һәм беренселектәре ярыштары, асыҡ турнирҙар ғына түгел, ә алдынғы спортсыларҙан һәм һөнәри тренерҙар берләшмәһенән оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә.

Тантана сәғәт 2-лә асыла. Сараға һәр кем инә ала.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: