Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшөн ҡараны

Спорт объекты Өфөнөң Октябрь районы биләмәһендә Муса Гәрәев, Архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары сиктәрендә урынлашҡан кварталда төҙөлә.

Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшөн ҡараны
Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшөн ҡараны

2 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында күп функциялы Көрәш һарайы төҙөлөшө барышы менән танышты. Был – быйыл билдәләнәсәк баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арнап төҙөлгән объекттарҙың береһе.

Спорт объекты Өфөнөң Октябрь районы биләмәһендә Муса Гәрәев, Архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары сиктәрендә урынлашҡан кварталда төҙөлә. Бинаның дөйөм майҙаны – 28 мең квадрат метр. Бында спорт комплексы, спорт көрәше мәктәбе, трибуналары булған, 3400 кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, конференциялар өсөн зал һәм башҡалар була.

Подряд ойошмаһы етәксеһе Дмитрий Дудко объектҡа 350 белгестең йәлеп ителеүе, уларҙың тәүлек әйләнәһенә ике сменала эшләүе тураһында һөйләне. Объекттың әҙерлеге 68 процент тәшкил итә. Ҡыйыҡтағы эштәр иһә 95 процентҡа атҡарылған.

Төҙөлөш майҙансығында 57 колоннаны мәрмәр менән биҙәкләү эштәре бара. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге – 16,5 метр. Уларҙың береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Ныҡыш булһаң – хыялдар тормошҡа аша!” тигән һүҙҙәре яҙылған.

Республика етәксеһе объекттың архитектура һәм планлаштырыу ҡарарҙары менән танышты, залды ҡараны, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы Көрәш һарайының быйыл йәй әҙер булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Объектты тиҙ төҙөйбөҙ, сөнки йәй аҙағына тиклем тапшырырға тейешбеҙ. Был - Өфөнөң 450 йыллығына арналған төп объекттарҙың береһе. Ул ҙур, күптән ундайҙарҙы төҙөгәнбеҙ юҡ ине. Бында меңләгән малай шөғөлләнәсәк. Бөйөк чемпиондар ҙа барлыҡҡа килер, тип ышанам. Әммә иң мөһиме – был егеттәр барыһы ла ысын ир буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/175615.html

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: