Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙмашта - саңғы байрамы

 СССР-ҙың спорт мастеры Әсғәт Ҡаһарманов призына саңғы ярыштары быйыл ХХIV тапҡыр ойошторола.

Ҡаҙмашта - саңғы байрамы
Ҡаҙмашта - саңғы байрамы

Календарҙа яҙ тантана итһә лә, ҡыш әле үҙ хоҡуҡтарын бирмәгән: ҡар күп, һыуыҡтар дауам итә, саңғысылар елдәй осоп үҙ- ара ярыша. Кисә Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбендә спорт байрамы үтте. СССР-ҙың спорт мастеры Әсғәт Ҡаһарманов призына саңғы ярыштары быйыл ХХIV тапҡыр ойошторолдо. Ярышҡа райондың төрлө мәктәптәренән һәм ауылдарҙан саңғысылар йыйылды. Ярыш ҡатнашыусыларҙың йәшенә ҡарап, төрлө дистанцияла үткәрелде. Иң оло саңғысы булып Ҡужан ауылынан Клара Абдуллина булды, ул 70 йәштән үткәндәр араһында беренсе урынды яуланы, ирҙәр араһында Хәлилдән Вәхит Сәйфетдинов танылды.

Төрлө арауыҡтағы дистанцияла беренсе урындарҙы Лиана Суфьянова (Ҡаҙмаш), Байтурин Тамерлан (Әбделмәмбәт), Яҡупова Нәргизә (Ҡаҙмаш), Ишмөхәмәтов Арсен (Рауил), Ишбулдина Илина (Күсем руднигы), Хәкимов Хәйҙәр (Ҡаҙмаш), Ишбулдина Алина(Күсем руднигы), Ильясов Ансар (Әбделмәмбәт),Бикҡужина Фәриҙә (Ҡаҙмаш) һәм Ҡаһарманов Урал (Ҡаҙмаш) яуланы. 

 Командалар иҫәбе буйынса беренселекте - Ҡаҙмаш мәктәбе, икенсе урынды Әбделмәмбәт мәктәбе һәм өсөнсөлөктө Күсем руднигы мәктәбе командалары алды.

Спорт ярышында ҡатнашыусыларға мәктәп коллективы һәм ойоштороусылар тарафынан йылы аш ойошторолдо. Сара барыһының да кәйефтәрен күтәрҙе, саңғы миҙгелен ябыу сараһы ла булды.

Фото: Ласын Усманов.

Ҡаҙмашта - саңғы байрамы
Ҡаҙмашта - саңғы байрамы
Ҡаҙмашта - саңғы байрамы
Ҡаҙмашта - саңғы байрамы
Ҡаҙмашта - саңғы байрамы
Ҡаҙмашта - саңғы байрамы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: