Бөтә яңылыҡтар

Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары

Бәйге «Башҡорт аты» фестиваленә әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо

Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары
Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары

Кисә Әбйәлилдә “Башҡорт аты” фестиваленә әҙерлек сиктәрендә район һабантуйы майҙанында ҡышҡы ат ярыштары үткән. 

Сараға  ҡатнашыусыларҙан тыш, ат яратыусы ололар, йәштәр, балалар ҙа йыйылған. Таштимер һәм Дәүләт ауыл биләмәләре йылҡысылары, район йылҡысылары эшҡыуарҙар ярҙамында «Ирәндек»  башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеү һәм һаҡлау фонды менән берлектә ойошторолған ҡышҡы бәйгелә йөҙләгән ат ҡатнашҡан. Шулай уҡ  әбйәлилдәрҙән тыш, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Учалы, Архангел, Силәбе һәм  Ырымбур өлкәләренән дә һыбайлылар килгән.

«Ирәндек» фонды директоры Айнур  Ишмөхәмәтов белдереүенсә, башҡорт  тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы иҫәпкә алыу ғына түгел, генетик анализ йүнәлешендә фәнни эш алып барыла. Шулай уҡ атҡа ҡымыҙ һәм ит сығанағы итеп кенә ҡарамайынса, ат спортын үтереүгә лә ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Был тәңгәлдә республика етәкселеге, ассоциациялар, берләшмәләр берлектә эш алып барыуы ыңғай һөҙөмтә бирә. 

Спорт байрамын асып, Әбйәлил район башлығы урынбаҫары Ғәлим Солтанов йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләп, районда йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү тәңгәлендәге үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән таныштырған. Шулай уҡ фермер Ильяс Һибәтов ярышты ойошторған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, бәйгеселәргә уңыштар теләгән.  

Бөтәһе биш заезда иң шәп сапҡан, йылғыр аттар асыҡланды. Тәүге заезда ике йәшлек башҡорт тоҡомло аттар 1200 метрлыҡ дистанцияла уҙышты.

Икенсе заезда ла дистанция1200 метр булды, бында үҙ-ара бәйгегә бөтә тоҡомло аттар баҫты. Өс йәшлек башҡорт аттары 3 мең метрлыҡ арауыҡта көс һынашты. "Оҙон бәйге”гә  бөтә төр аттар сыҡты һәм улар алты мең метрлыҡ дистанцияла сабышты.

Бишенсе  заезда иһә санаға егелгән  эш аттарында сабыштылар. Был аттар сабышып биш мең метр арауыҡты кемуҙарҙан уҙҙы.

Һәр заезда  иң шәп һөҙөмтә күрһәткәндәргә елле бүләктәр әҙерләнгәйне. Һәр заезда беренселекте яулағандарға Әбйәлил йылҡысылары –Ильяс Һибәтов, Мирхәт Рәжәпов, Заһир Ғәлиуллин, Салауат Баһаув һәм Фуат Талипов бүләккә башҡорт тоҡомло ҡолон бирҙе. Майҙан хужалары  бәйгеләрҙә һынатманы, өс заезда тәүге өс урынды яулап, өс ҡолондо Әбйәлилдә ҡалдырҙы. Бер ҡолон Ейәнсураға китһә, тағы бер ҡолондо баймаҡтар алып ҡайтты.

Икенсе-өсөнсө урын алғандар аҡсалата бүләктәргә лайыҡ булды.

Уҡтан атыу буйынса ярыш та бик көсөргәнешле барҙы, унда ҡатнашып, еңеү яулағандар ҙа бүләкһеҙ ҡайтманы.

Ярыштарҙы Сибай балалар ижад йорто директоры Фәрүәз Рафиҡов күңелле итеп алып барҙы.

Сараны ойоштороусылар бәйгеселәрҙе һәм көйәрмәндәрҙе эҫе сәй һәм былау менән һыйланы.Байрам барыһына ла шәп кәйеф бүләк итте, һәр кем тәбиғәт ҡосағында ял итеп, күңеле күтәрелеп ҡайтты.

Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзите

 

Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары
Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары
Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары
Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары
Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары
Әбйәлилдә - ҡышҡы ат ярыштары
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: