Бөтә яңылыҡтар

Был һандың сиге юҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

Был һандың сиге юҡ
Был һандың сиге юҡ

“Мәскәүҙә “Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте съезында ҡатнаштым. “Хеҙмәт резервтары” бөгөн Рәсәйҙә корпоратив спортты әүҙем үҫтергән һәм спорт менән шөғөлләнеү, уны үҫтереү менән ойошмалар араһында алдынғы урындарҙың береһен биләй.

2022 йылдан беҙ Башҡортостанда бүлексәһен астыҡ. Команда әүҙем һәм һөнәри. Ул “Өфө” баскетбол клубы генераль директоры Сергей Медведев етәкселегендә эшләй.

Быйылдан 17 спорт төрө буйынса спартакиада ойоштора башлаясаҡбыҙ. Ойошмалар эше йүнәлештәренең береһе булған корпоратив спорт – кешеләр сәләмәт тормош алып барһын өсөн мөһим, кәрәк нәмә. Рәсәй Президенты ла спорттың дәүләттең төп йүнәлештәренең береһе икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Беҙҙә корпоратив спорт менән 60 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 2020 – 2023 йылдарҙа спортсылар 53 ярышта һәм турнирҙа ҡатнашты. 130 спортсы разряд алды, дүрт кеше спорт мастеры кандидатлығына лайыҡ булды. Был һандың сиге юҡ, тағы үҫәһе бар әле.

Айырым алғанда, Башҡортостан спорт ярыштарын үткәреү өсөн ҡунаҡтарҙы көтә. Ноябрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында корпоратив спортты үҫтереү буйынса эшлекле программаны, шулай уҡ 11 спорт төрө буйынса “Хеҙмәт резервтары” спорт фестивален  әҙерләнек.

Спортлы Башҡортостанға рәхим итегеҙ”.

Сығанаҡ, фото: vk.com/agnazarov

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: