Бөтә яңылыҡтар

Футбол дуҫлыҡ сығанағына әүерелде

Өс көн буйынса Рәсәйҙең биш төбәгенән һәм донъяның алты иленән егеттәр футбол буйынса турнирҙа беренселек өсөн алышты.

Футбол дуҫлыҡ сығанағына әүерелде
Футбол дуҫлыҡ сығанағына әүерелде

6 мартта “Сириус” федераль биләмәһендәге  “Рәсәй миниатюрала” арт-паркында FIFA буйынса фиджитал-турнир еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Ул Башҡортостан Республикаһы стенды эргәһендә ойошторолдо.

Өс көн буйынса Рәсәйҙең биш төбәгенән һәм донъяның алты иленән егеттәр футбол буйынса турнирҙа беренселек өсөн алышты.

Марокко, Абхазия, Үзбәкстан, Кот-д’Ивуар һәм Рәсәй спортсылары үҙ көсөн һынаны. Ә еңеү өсөн, нигеҙҙә, Башҡортостан, Алтай крайы, Орел, Ҡурған, Дағстан һәм Смоленск футболсылары алышты. Турнир башта Башҡортостан стенды кинозалында үткәрелде, артабан ҡатнашыусылар ысын футбол майҙанына сыҡты.

- Фиджитал-турнир еңеүселәрен ҡотлайбыҙ. Ул Башҡортостандың визит картаһына әүерелде. Артабан да үҙ оҫталығығыҙҙы арттырырһығыҙ, тип ышанам, - тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров.

Бүләккә ҡатнашыусыларға даны таралған башҡорт балы бирелде, еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар быйыл 1 июндә Өфөлә үтәсәк VK Fest сараһына барыу мөмкинлеген биргән сертификатҡа лайыҡ булды.

Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/23242/

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: