Бөтә яңылыҡтар

“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”

Алтмыш йәшлек һәм унан да өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар ярышты.  

“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”
“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы  аҫыл зат вәкилдәренең шатлыҡлы тауышынан гөрләп торҙо,  тип хәбәр итә “Балтач таңнары”. Райондың ҡатын-ҡыҙҙары йөҙөү буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, байрам кәйефе тыуҙырҙы.  

Алтмыш йәшлек һәм унан да өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар ирекле стилдә дүрт йәш категорияһында шәхси беренселеккә ярышты. Ярыш булғас, еңеүсеһе лә була.

Беренсе урынды алған  Рәхимә Шәйхаттарова, Гөлфинә Сәлимова, Йәмғиә Хәмәтова һәм Розалия Ғәлләмованы иптәштәре  еңеү менән  ихлас ҡотланы.

Икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ булған Рәзилә Ғаязова, Рәзифә Ниғәмәтйәнова, Ҡәҙриә Вәлиева, Хәмдүнә Сабирйәнова, Фина Сәйетова, Рәзифә Муллағәлиева, Йәүһәриә Бикбова, Раушания Әхмәҙуллиналар  спортсыға хас сәм һәм ныҡышмаллыҡ менән бассейн киңлеген иңләне.

Балтастың аҫыл заттарын  матур байрам менән ҡотлап, һаулыҡ, яҡшы кәйеф теләйбеҙ!

Фото:https://baltachtan.ru/news/sport/2024-03-07/g-z-l-zatlar-y-z-d-yaryshty-3673190?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580

 

 

 

 

 

“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”
“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”
“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”
“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”
“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”
“Балыҡтай йөҙҙөк, кәйефте күтәрҙек...”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: