Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт ҡунаҡсыллығына арнала

Ошондай киң даирәле проект ярҙамында күргәҙмә ҡунаҡтары Башҡортостан Республикаһы менән танышыр, турист булараҡ беҙгә килергә теләк белдерер, тип ышанабыҙ. 

Башҡорт ҡунаҡсыллығына арнала
Башҡорт ҡунаҡсыллығына арнала

“Әгәр ҡунаҡ атта килһә, үҙен дә, атын да һыйла”, ти башҡорт халыҡ әйтеме. Башҡорт ҡунаҡсыллығы хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың визит картаһы һанала. Шуға күрә Мәскәүҙәге “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумының Башҡортостан Республикаһы стендында 13 мартта башланған Туризм аҙналығының тәүге көнө “Ҡунаҡсыл Башҡортостан” тип аталды. Уның ойоштороусылары – БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризмы министрлығы менән БР Туризмды үҫтереү үҙәге.

- “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы – бик үҙенсәлекле майҙансыҡ. Бында һәр төбәк үҙенең ҡаҙаныштарын, традицияларын, туризм йәһәтенән мөмкинлеген күһәтә ала. Ошондай киң даирәле проект ярҙамында күргәҙмә ҡунаҡтары Башҡортостан Республикаһы менән танышыр, турист булараҡ беҙгә килергә теләк белдерер, тип ышанам, - тине БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Майҙансыҡ ҡунаҡтарына башҡорт ҡунаҡсыллығының иң сағыу өлгөләре тәҡдим ителде: ҡунаҡ ҡаршы алыу һәм оҙатыу үҙенсәлектәре, өҫтәлгә ниндәй һый-ниғмәттәр ҡуйылыуы тураһында һөйләнеләр. Бынан тыш, күн беләҙектәр, ҡурайҙа уйнау һәм “Бишбармаҡ” башҡорт бейеүен бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Ҡыҙыҡлы викторинала ҡатнашып, һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүселәр өсмөйөш милли ризығы рәүешендәге һабын – гастросувенирға эйә булды. Башҡортостан майҙансығындағы Туризм аҙналығы 18 мартҡа тиклем дауа итәсәк.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: