Бөтә яңылыҡтар

Спорт объекттары буйынса Башҡортостан Рәсәй буйынса алдынғылар рәтендә

2 миллион кеше физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә, был 58,2 процент тигән һүҙ. 2030 йылға был һан 70 процент булырға тейеш.

Спорт объекттары буйынса Башҡортостан Рәсәй буйынса алдынғылар рәтендә
Спорт объекттары буйынса Башҡортостан Рәсәй буйынса алдынғылар рәтендә

Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәскәүҙән ҡала икенсе урында. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә әйтеп үтелде. Был осрашыуҙа төбәктә спортты үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

- Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ. Тармаҡҡа финанслауҙы күп тапҡырға арттырыу ҙа был турала һөйләй. Былтыр 10,4 млрд һум аҡса бүленһә, шуның 7 миллиардын республика бюджетынан йүнәлттек, - тине Андрей Назаров.

Бының һөҙөмтәһендә махсус спорт ҡоролмаларын төҙөү тиҙләтелде, шулай уҡ ауыл ерендә, белем биреү ойошмаларында  һәм төҙөкләндерелгән ихаталарҙа спорт объекттары булдырылды.

59 муниципалитетта ҙур дүрт спорт үҙәктәре – Р. Баталова исемендәге спорт  әҙерлеге, Гимнастика, Ишеү слаломы өсөн ҡоролма комплексы, Ө. Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәктәре төҙөлдө. 12 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 көплө боҙ аренаһы, 2 бассейн булдырылды. ГТО комплексы нормаһы тапшырыу өсөн 56 майҙансыҡ ҡуйылды. 3 стадион һәм 1 бассейн үҙгәртеп ҡоролдо.

Төбәктә спортты үҫтереү буйынса үткәрелгән саралар, спорт объекттарының төҙөлөшө тураһында БР-ҙың спорт министры Руслан Хәбибов ентекле һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, республикала 13363 спорт ҡоролмаһы эшләй. 2 миллион кеше физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә, был 58,2 процент тигән һүҙ. 2030 йылға был һан 70 процент булырға тейеш.

Республикала “Ауыл тренеры”, “Ҡала тренеры”, “Сәләмәт быуын – көслө төбәк”, ”Мәктәптәргә – спорт көрәше” проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә. Билдәле спортсыларға һәм тренерҙарға  республика спорт премияһы һәм дәүләт спорт стипендияһы булдырылған.

Спорт  министры “Һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ спорт” пилот проектын башларға тигән тәҡдим индерҙе. Был проект күп функциялы спорт майҙансыҡтарын, воркаут-майҙансыҡтарҙы булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Андрей Назаров БР Спорт министрлығына муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары менән бергә аҙ сығымлы спорт ҡоролмалары, спорт залдары һәм воркаут өсөн майҙансыҡтар төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуйған ”Һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ спорт” пилот проекты өҫтөндә эшләргә ҡушты.

Мәғлүмәт һәм фото:https://pravitelstvorb.ru/news/23327/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: