Бөтә яңылыҡтар

Эдуард Латипов ҡотлауҙар ҡабул итә

Иң үҙенсәлекле ҡотлау ебәреүселәргә юбиляр спортсы бүләктәр әҙерләгән. 

Эдуард Латипов ҡотлауҙар ҡабул итә
Эдуард Латипов ҡотлауҙар ҡабул итә
Рәсәй биатлонсыһы, Олимпия уйындарының өс тапҡыр бронза призеры, Донъя чемпионатының бронза призеры, Европа чемпионатының көмөш миҙал эйәһе, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры Эдуард Латипов 30 йәшлек юбилейын билдәләй. 
 
Эдуард Ратмил улы 1994 йылдың 21 мартында Белоруссияның Гродно ҡалаһында тыуған. Бала сағы һәм үҫмерлек осоро атаһының тыуған төйәгендә Һамар өлкәһенең Ҡамышлы ауылында үтә. Бала саҡта Эдуард футбол, баскетбол, волейбол, хатта йыр сәнғәте менән шөғөлләнеп ала. 9-сы класта тау саңғыһы менән ҡыҙыҡһына башлай һәм ошо мауығыуы уны ҙур спортҡа алып килә. 
 
Спортсы ил эсендәге ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһы һәм ЦСКА өсөн сығыш яһай. 
 
Эдуард - матур ғаилә башлығы ла, ҡатыны Дарья менән Виктория һәм Арина исемле ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. 
 
Юбилейы уңайынан Эдуардтың фан-клубы уны иң үҙенсәлекле ҡотлауҙарға – фото, видео, шиғыр һ.б. конкурс иғлан итте. Еңеүселәрҙе бүләктәр – Донъя кубогынан биб (спорт костюмы өҫтөнән кейелгән махсус кейем), Хохфильцендан значок йәки автограф-карта көтә.  
 
Спортсыны үҙ итеүселәр, уның спорт ҡаҙаныштарын күҙәтеп барыусылар бөгөн социаль селтәрҙә матур йөкмәткеле ҡотлауҙар ҡалдыра. 
 
Сығанаҡ һәм фото: Эдуард Латыпов/Фан-клуб төркөмөнән. 
 
 
Эдуард Латипов ҡотлауҙар ҡабул итә
Эдуард Латипов ҡотлауҙар ҡабул итә
Эдуард Латипов ҡотлауҙар ҡабул итә
Эдуард Латипов ҡотлауҙар ҡабул итә
Эдуард Латипов ҡотлауҙар ҡабул итә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: