Бөтә яңылыҡтар

Яңы бассейн төҙөлә

Беҙҙә сәләмәт тормош алып барған, физик культура менән шөғөлләнгән кешеләр бик күп.

Яңы бассейн төҙөлә
Яңы бассейн төҙөлә

Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында яңы йөҙөү бассейны асыла

“Бизнес-спринт. Мин спортты һайлайым” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Октябрьский ҡалаһында йөҙөү бассейны төҙөләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр ителде.

“Әлеге ваҡытта Октябрьскийҙа бер генә йөҙөү бассейны бар, һәм ул халыҡта ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Беҙҙә сәләмәт тормош алып барған, физик культура менән шөғөлләнгән кешеләр бик күп. Боҙ һарайы эргәһендә төҙөләсәк яңы бассейн ҡалала күмәк һәм профессиональ спортты тағы ла нығыраҡ үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк һәм бөтә йәштәгеләр өсөн заманса һыу спорты төрҙәре үҙәгенә әйләнәсәк”, – тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский.

Спорт объекты быйыл төҙөлә башлаясаҡ. Унда бассейн, тренажер залы, шулай уҡ аэробика һәм ритмик гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн залдар буласаҡ. Проект өс йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ.

“Бизнес-спринт” федераль проекты (федеральный проект “Бизнес-спринт”) 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫешенең 42 стратегик башланғыстарының береһе буйынса әҙерләнгән. Проект алдағы һигеҙ йылда ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа кәрәкле спорт инфраструктураһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Инициативалар милли проекттарҙың маҡсаттарына һөҙөмтәлерәк өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.

 

Фотолар: Октябрский районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яңы бассейн төҙөлә
Яңы бассейн төҙөлә
Яңы бассейн төҙөлә
Яңы бассейн төҙөлә
Яңы бассейн төҙөлә
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: