Бөтә яңылыҡтар

Егетте егет итә көрәш келәме

Ауырғазы спорты үҫешенә үҙ көсөн индергән һәм ошо райондағы милли көрәш буйынса берҙән-бер тренер ул – Булат Ильясов. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Егетте егет итә көрәш келәме
Егетте егет итә көрәш келәме

Күптән түгел Ҡазанда Рәсәйҙең 39 төбәгенән 400-ҙән ашыу спортсы йыйылды. Улар өс йәш төркөмөндә еңеү өсөн алышты.

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған көрәшселәр араһында Ауырғазы районынан да вәкилдәр бар ине. Тренер Булат Ильясовтың тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Эльвир Иҙрисов – беренсе (100), Искәндәр Һатлыҡов – өсөнсө (60), Нурислам Һатлыҡов –өсөнсө (45), Байрас Назаров дүртенсе (60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәме) урын яуланы. Егеттәрҙең был ҡаҙанышы оло еңеүҙәрҙең башланғысына әүерелһен.

Әлбиттә, Ауырғазы спортсыларының был уңышында тренерҙары – остаздары –  Булат Ильясовтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һынатмай, һәр саҡ тиерлек алдынғы урындар яулауға өлгәшә.

Булат Мирғәле улы 13 йыл дауамында балаларға күнекмәләр үткәрә. Өҫтәүенә, ул – шәп ойоштороусы ла, яуаплы остаз да. Күнекмәләргә йөрөгән балаларҙың ниндәй булһа ла һөҙөмтәгә өлгәшеүе Булат Ильясов өсөн бик мөһим. Бынан тыш, уларҙың сәләмәт тормошто үҙ итеүе мотлаҡ.

Көрәшселәр араһында исемдәре спорт һөйөүеләргә бик яҡшы таныштары ла бар. Мәҫәлән, Арыҫлан Исхаҡов –милли көрәш буйынса Рәсәй, Башҡортостан чемпионы. Ленар Ғәлимов та ил һәм республика күләмендәге ярыштарҙа үҙ ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урындар яулаған. Байрас Назаров – өс йыл элек үткәрелгән Рәсәй ярышында милли көрәш буйынса бронза миҙал хужаһы. Бынан тыш, Башҡортостан уҡыусылары араһындағы Спартакиадала өс тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булған. Эльвир Иҙрисов, Искәндәр Һатлыҡов та яҡшы уңыштарға өлгәшкән. Әйткәндәй, Ильвир спорт мастерлығына кандидат нормативтарын үтәгән.

 – Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында йәшәйем. Үҙебеҙҙә, тағы Түрһәгәҙе ауылы мәктәбендә – берешәр, Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһында ике төркөм балалар менән күнекмәләр үткәрәм, – тип һөйләне тренер. – Шулай итеп, балаларҙы милли көрәшкә ылыҡтырырға тырышам, уларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәйем.

Милли көрәш – ул халҡыбыҙ элек-электән яратып шөғөлләнгән спорт төрө. Был спорт төрө кешелә сыҙамлылыҡ, иғтибарлылыҡ, рух ныҡлығын тәрбиәләй, шул уҡ ваҡытта күп көс талап итә, физик форма һаҡлау өсөн яҡшы һәм һаулыҡты нығытыу ысулы ла. Бынан тыш, командалар ҡатнашҡан спорт төрҙәренән айырмалы, милли көрәш спортсыларҙа яуаплылыҡ һәм үҙеңә генә ҡарар ҡабул итеү кеүек һыҙаттарҙы тәрбиәләй. Ә был сифаттар тормошта ла кәрәк.

Күнекмәләр ваҡытында Булат Ильясов – бик ҡәтғи, яуаплы тренер. Ә аҙаҡ ул тәрбиәләнеүселәренең шәп кәңәшсеһенә, спортта уңышҡа өлгәшеү серҙәрен өйрәтеүсеһенә әйләнә.

 – Келәмдә еңеүҙе көслө ихтыярлылар, маҡсатлылар һәм тырыштар яулай. Әгәр миҙалдар көнәркәштәргә эләгә икән, бергәләшеп был хәлде анализлайбыҙ, баһалайбыҙ. Был ошо уҡ хаталарҙы башҡаса ҡабатламау өсөн бик мөһим, – ти Булат Мирғәле улы. – Әлбиттә, еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр бер-бер артлы йөрөүсән, әммә балаларҙың дәртле күҙҙәрен күргәндән һуң, йәнә улар менән эшләү дәрте уяна, ҡуйылған маҡсаттарҙан бер ҡасан да сигенмәҫкә тигән теләк барлыҡҡа килә.

Ғәҙәттә, ниндәй генә һөнәр булмаһын, үҙ эшен яратып башҡарғандар уңышҡа өлгәшеүсән.

 – Һөнәрем миңә оҡшай. Һис шикһеҙ, тренер үҙ эшенең оҫтаһы, һәр йәһәттән белемле булырға тейеш. Тағы уның балаларҙың һәр бер һорауына яуап бирә алыуы яҡшы. Бынан тыш, беҙгә, тренерҙарға, ҡарап, балалар спортҡа ылыға. Был беҙҙең эске күңелебеҙгә лә, тышҡы ҡиәфәтебеҙгә лә ҡағыла, – ти Булат Мирғәле улы.

Ауырғазы көрәшсеһенең эше “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры” тигән күкрәк билдәһе менән баһаланған. Бынан тыш, уның грамоталары ла бихисап. Әммә иң мөһиме: милли көрәш менән шөғөлләнергә теләгән балалар байтаҡ. Был – Булат Мирғәле улының ҡаҙаныштарының береһе.

Тағы тренер самбоны үҙ итә, төрлө китаптар уҡырға ярата, райондаштары һәм ауылдаштары тормошонан ситтә ҡалмай. Ауырғазы спорты үҫешенә үҙ көсөн индергән һәм ошо райондағы милли көрәш буйынса берҙән-бер тренер ул – Булат Ильясов. Уға эшендә уңыштар теләйбеҙ!

 

Нурислам ҺАТЛЫҠОВ, Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы:

 –  Миңә көрәш менән шөғөлләнеү оҡшай. Был спорт төрө беҙҙе  рухландыра. Ниндәйҙер уңыштарға өлгәшер өсөн ялҡауланырға ярамағанлығын, һәр көн күнекмәләргә йөрөргә һәм маҡсаттарыңа ирешергә кәрәклеген беләм. Булат Мирғәле улының беҙгә биргән кәңәштәрен ярышта ғына түгел, ҡәҙимге тормошта ла тотам.

Байрас НАЗАРОВ, Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы:

–  Тренерыбыҙ менән төрлө ярыштарға йөрөйбөҙ. Бындай тәжрибә беҙгә бик кәрәк, сөнки тап ошондай сараларҙа үҙебеҙгә оҫталыҡ дәрестәре алабыҙ, башҡа спортсыларҙың нисек ярышыуын күреп, һығымталар яһайбыҙ. Өҫтәүенә төрлө ярыштара үҙ көсөңдө һынап ҡарау тағы ла нығыраҡ күнекмәләр үткәрергә этәргес көс булып тора.

Фотолар: Булат Ильясовтың шәхси архивынан.

 

Егетте егет итә көрәш келәме
Егетте егет итә көрәш келәме
Егетте егет итә көрәш келәме
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: