Бөтә яңылыҡтар

Журналистар волейбол уйнаясаҡ

2 апрелдә үткәреләсәк был сара легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Журналистар волейбол уйнаясаҡ
Журналистар волейбол уйнаясаҡ

2 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да Өфөләге “Динамо” стадионында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре араһында волейбол буйынса турнир башлана. Был сара легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. Турнирға инеү бушлай. Көйәрмәндәр араһында приздар уйнатыласаҡ. Уларҙы мауыҡтырғыс мәҙәни программа көтә.

Сараны Башҡортостандың Журналистар союзы, “Башҡортостан”  телерадиокомпанияһы" акционерҙар йәмғиәте, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора. Турнирҙа алты команда - “Юлдаш” радиоһы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм “Башҡортостан24” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Башҡортостан” нәшриәт йорто командалары ҡатнаша. Әхәт Мортазиндың туғандары, дуҫтары айырым “йондоҙ”ҙар командаһында уйнаясаҡ.

Әхәт Мортазинды Башҡортостандың “алтын тауышы” тип йөрөттөләр. Уның тауышын яңылыҡтарҙа, көнүҙәк репортаждарҙа ишетә инек. Ул төрлө Хөкүмәт кимәлендәге, мәҙәни сараларҙы бик матур алып барҙы. Әхәт Мортазин бихсап анимация һәм художество әҫәрҙәрен дә яҙып ҡалдырған, уларҙа төшкән.

Легендар диктор республикабыҙ радиоһы волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере иртә өҙөлдө: 2018 йылдың 3 мартында 59 йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: